Купить билет на UFAKONCERT.RU г. г. Уфа, ул. Цюрупы, 156/3
Главная афиша
Уфы и Республики Башкортостан

ШAҢDAU

01 Мар, 19:00
Уфа
Башкирская государственная Филармония им.Х.Ахметова
300 - 500 руб.
Купить билет

ПЕРЕНОС НА 1 марта – тап ғашиҡтар көнөнә тура килә был концерт. Һәм был осраҡлы түгел! Сөнки ул — мөхәббәтле, илһамлы, ҡайнар йөрәкле йәштәр тамашаһы! Ни өсөн концерт «Шаңдау» тип атала? Серҙе асырға әҙербеҙ. Сөнки был тамаша моңдоң әле донъялыҡта йәшәйеш булмаған дәүерҙәрҙән үк шаңдау булып килеүен иҫбатлай. Ышанмайһығыҙмы?! Ысын! Ер өҫтөн тик Ай менән Ҡояш ҡына йылытҡан һәм нурландырған саҡтарҙа уҡ булған моң тураһында…

Бынан тыш филармониябыҙ йәштәре – халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаттары Алиса Жумағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм Илдар Абдуллин эстрадабыҙға тап шаңдау булып килеп инделәр. Улар ҡыйыуҙар, амбициоздар, алдынғы ҡарашлылар, һәләтлеләр. Заман менән бергә атлаған, ваҡыт аҡбуҙатын йүгәнләй алған бөгөнгө көн хужалары. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең йәш тауыштар тамашасыларыбыҙға яңы образдар, яңы вокал бирелеше, яңы сәхнә алымдары менән өр-яңы «Шаңдау» алып килә.

Әйҙәгеҙ, ғашиҡтар көнөндә, тағы ла бер тапҡыр аҫыл йырҙарға ғашиҡ булып, хистәребеҙҙе яңыртып һәм балҡытып, күңел даръяларын сайҡалдырып ҡайтайыҡ. Бындай сихри кисте беҙгә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш тауыштары бүләк итә.

Нужна доставка? Заполните форму и мы привезем ваш билет!
Наш специалист свяжется с вами в ближайшее время