Купить билет на UFAKONCERT.RU г. г. Уфа, ул. Цюрупы, 156/3
Главная афиша
Уфы и Республики Башкортостан

Концерт, посвященный 100-летию Фариды Кудашевой

15 Май, 18:00
Уфа
ГКЗ "Башкортостан"
300 - 500 руб.
Купить билет

Фәриҙә Ҡудашева исеме, уның ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы бер-нисә быуын тамашасылар күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Уның ижады, үҙәктәргә үтерҙәй моңло йырҙары башҡорт һәм татар йыр сәнғәтендә айырым бер урын алып тора. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева бөтә ғүмерен тыуған халҡына хеҙмәт итеүгә, уның рухи байлығын үҫтереүгә фиҙакәр хеҙмәт иткән бөйөк шәхес.

Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә башҡорт, татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Илһам Вәлиев, Рөстәм Асаев, Филүс Ҡаһиров, Ришат Төхвәтуллин, Радик Вәлмөхәмәтов, Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, Светлана Хәкимова, Лилиә Ишемйәрова, Гөлнара Вәлиева, Айҙар Ғәбдинов, Айгиз Ханов, Гөлсөм Бикбулатова, Зилиә Бәхтиева, Айгөл Һағынбаева һәм башҡа талантлы йырсылар һәм музыканттар ҡатнаша.

Кисә 15 май 18 сәғәттә башлана.

Иҫтәлектәргә, йыр-моңға бай тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Нужна доставка? Заполните форму и мы привезем ваш билет!
Наш специалист свяжется с вами в ближайшее время